Наградалар







Ж.Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2001)







М.Ғафури исемендәге премия лауреаты (2010)







М.Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты (2011)







«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» (2009)







«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре» (1997)







«Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» (2006)







Салауат Юлаев ордены (2019)







«Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2019)







«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (2021)

Галерея

Ғиниәтулла Сафиулла улы ҡатнашлығындағы төрлө сараларҙан фотогалерея

С коллегами

Коллегалары менән

Кафедра мөдирҙәре менән осрашыу, 1999 й.

Portfolio Image

Ғ.С.Ҡунафин

Portfolio Image

М.Кәрим

Башҡорт дәүләт университетында Мостай Кәрим менән осрашыу, 28 март, 2001 й.

Portfolio Image

М.Рәхимов

Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ.Рәхимов наградаларын тапшырыу

Portfolio Image

Сәләмләү һүҙе

Сәйетбаба ауылының 300 йыллығын байрам итеү

Ғиниәтулла Сафиулла улының
ижади эшмәкәрлек тураһында фекерҙәр

Ғиниәт Ҡунафиндың үҙенә һәм талантына ихтирам менән ҡарайым.

Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Сафыбыҙ фәнни тикшеренеүҙәргә маһир, киләсәге өмөтлө белгес менән тулыланыуға шатланып бөтә алмайым. Әҙәбиәт ғилеме донъяһына төплө әҙерлекле ғалим килде. Уның фәнебеҙҙе үҫтереүгә ҙур өлөш индерәсәгенә иманым камил.

Әхнәф Харисов, профессор, яҙыусы

Профессор Ғ.С. Ҡунафин эштәренең күбеһен ҡарап, уҡып барғанлыҡтан, бөтә яуаплылыҡ менән әйтә алам: төплө зиһен, ҙур рух емештәре улар...Ғалимға уй-фекерҙәрҙе биреүҙә һибелеп китеү, эҙмә-эҙлелекте юғалтыу, тегенән-бынан алып ҡорама яһау стиле ят. Уның тикшеренеүҙәре концептуаллеге, анализлау ентеклелеге менән айырылып тора. Әйтер һәр һүҙе, һәр фекере уйланылған, күҙәтеүҙәре дәлилләнгән. Был инде фәнни эштәр өсөн бик мөһим системалылыҡ, академизм күрһәткесе.

Ғайса Хөсәйенов, БР Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

Халыҡта эшен ең һыҙғанып, күңел йылыһын, аҡыл һәм физик көсөн ихлас һалып, һоҡланырлыҡ итеп еренә еткереп башҡарған кешене “булдыҡлы” тигән бер һүҙ менән генә тапҡыр баһалау, ололау бар. Ғиниәтулла Сафиулла улы – башҡорт гуманитар фәне донъяһындағы тап бына шундай булдыҡлы ғалим, бер ниндәй тартыныуһыҙ ғорурланып телгә алырлыҡ ижади шәхес. Бына нисәмә йылдар инде ул халҡыбыҙҙың быуаттар һуҙымында барлыҡҡа килгән рухи байлығын фәнни күҙлектән баһалап, текстологик йәһәттән эшкәртеп, бөгөнгө уҡыусыға еткереү, рухи тамырҙарыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу, тарихи аңыбыҙҙы, мәҙәни-интеллектуаль кимәлебеҙҙе үҫтереү йүнәлешендә баш күтәрмәй, көндө төнгә ялғап эшләй... Туған халҡына, уның рухи-мәҙәни тормошона, әҙәбиәтенә һәм әҙәбиәт ғилеменә... фанаттарса хеҙмәт иткән... ысын патриот... Ғиниәтулла Сафиулла улы йөҙөндә мин даими эҙләнеүсән, эшһөйәр талант эйәһен, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеменең, ғөмүмән, гуманитар фәненең авангардында барыусы ҙур ғалимды күрәм.

Рауил Бикбаев, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Ғиниәт Сафиулла улын хәҙерге башҡорт әҙәбиәт ғилемен үҫтереүгә, туған халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ифрат ҙур өлөш индергән, Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алған абруйлы ғалим, республикабыҙҙа тәүге башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын нигеҙләүгә күп көс һалған талантлы ойоштороусы һәм етәксе, көслө педагог, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип беләбеҙ... Уның тыуған ауылы Сәйетбабаны республикабыҙҙың башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге итеү буйынса башҡарған эше – үҙе генә лә халҡыбыҙҙың күңел түрендә уға ҡуйылған һәйкәл ул! .. Үҙ эшенә бирелгәнлек, юғары эрудиция, профессионализм, һүҙенә тоғролоҡ һәм яуаплылыҡ, принципиаллек, үҙенә һәм башҡаларға ҡарата талапсанлыҡ, шул уҡ ваҡытта ябайлыҡ, инсафлылыҡ, кешелеклелек, ярҙамсыллыҡ – уға хас булған иң күркәм сифаттар. Быларҙың бөтәһе уны ысын мәғәнәһендә күптәргә, бигерәк тә йәштәргә, матур өлгө, шәхес эталоны яһаны.

Марат Зәйнуллин, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы

Беҙҙең коллегабыҙ Ғ.С. Ҡунафин һәр ваҡытта ла үҙ принциптарына тоғро булып ҡала, хеҙмәттәрен тыуҙырыуға бик етди, талапсан һәм ентекле рәүештә ҡарай. Темаларының актуаллеге һәм фекерҙәренең масштаблылығы, фәнни яңылығы буйынса улар йыш ҡына беҙ көткәндән дә яҡшыраҡ булып сыға. Шуныһы ҡыуаныслы, был хеҙмәттәрҙең күбеһе ижади зыялыларыбыҙҙың, республика уҡытыусылары һәм студенттарының өҫтәл китабына әүерелгән. Ғ.С. Ҡунафинды хаҡлы рәүештә әҙәбиәт тураһындағы башҡорт фәненең төп терәктәренең береһе тип атап була.

Роберт Байымов, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, яҙыусы

Ғ.С. Ҡунафин – башҡорт һәм төрки әҙәбиәте ғилемен үҫтереүгә ифрат тос өлөш индергән, үҙ мәктәбен булдырған ғалим һәм педагог... Йәшерен-батырыны түгел, әҙәби әҫәрҙәрҙе тикшергәндә беҙҙә, ғәҙәттә, тема, идея, образдар тирәһендә әйләнеү, теле халыҡсан булыуын әйтеү менән сикләнеү өҫтөнлөк ала ине. Профессор Ҡунафин бындай сикләнеү менән килешмәй, башҡорт әҙәбиәт ғилемендә тәүгеләрҙән булып нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәренең уҡыусыларға нисек итеп йәнле, матур, тәьҫирле еткерелеүенең серҙәрен асыу зарурлығын алға һөрҙө,..әҙәби әҫәрҙәрҙе ниндәйҙер мәғлүмәттәр тупланмаһы итеп түгел, ә иң әүәл сәләмәт эстетик зауыҡ тәрбиәләүсе сәнғәт күренеше тип тикшереүҙе үҙ күрҙе... Ул әҙәбиәтте жанр йәһәтенән тарихи үҫеш-үҙгәреш процесында өйрәнеү принциптарын нигеҙләне, тарихи поэтиканың методологик аспекттарын асыҡланы...Был йүнәлеш артабан М.Х. Иҙелбаев, Р.Б. Әхмәҙиев, Г.Н. Гәрәева, айырыуса М.Х. Нәҙерғолов тарафынан уңышлы дауам иттерелде.

Әхмәт Сөләймәнов, профессор, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы

Башҡорт халҡында азаматтарҙы тыуған ер төшөнсәһе менән үлсәйҙәр һәм баһалайҙар. Бөйөк шағир Ғафуриҙы, ҙур ғалим Кейекбаевты биргән Ғафури ерендә тыуып үҫкән Ғиниәт Сафиулла улы бына инде дүрт тиҫтәнән артыҡ йыл, күренекле яҡташтары кеүек, һайлаған һөнәренә хыянат итмәй, киң юл ярып, ырамлы аҙымдар менән алға бара. Әҙәбиәт ғилеменең төрлө тармаҡтары – уның ғилми эшмәкәрлегенең талымһыҙ өлкәләре. Мәғариф өлкәһендә лә ғалим һүҙе, ғалим хеҙмәте бик әһәмиәтле һәм ҡиммәт. Был йәһәттән ҙур ғалимдың фекер-ҡараштары уның педагогик талантын үҫтереп, балҡытып ебәрә. Ул уҡытып сығарған, төрлө тарафтарҙа, төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөгән меңәрләгән белгестәр ана шул көслө ғилми-педагогик тандемдың баһалап бөтөргөһөҙ емештәре булып тора. Фән, мәғариф донъяһында, йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәү, заманыбыҙ ваҡиғаларына һис битараф булмай, ыңғай һөҙөмтәләр бирерлек йүнәлештәрҙе бер туҡтауһыҙ эҙләү – туған халҡы, иле өсөн тырышҡан ғалим-педагог Ғ.С. Ҡунафиндың ысын йөҙө, төп асылы бына ошо.

Раил Әсәҙуллин, педагогия фәндәре докторы, профессор

Ғ.Ҡунафинды студент йылдарынан уҡ уйлап эш итеүсән, интеллигентлы кеше итеп беләм. Әҙәбиәт ғилеменә ул ышаныслы аҙымдар менән килде... Уның әҙәбиәтебеҙҙең боронғо һәм урта быуаттарынан алып 1917 йылға тиклемге ҡатмарлы осорҙарын ентекле тикшергән тиҫтәләгән китабы, яңы исемдәрҙе, билдәһеҙ ҡала килгән әҙәби ҡомартҡыларҙы, төрлө жанр формаларын барлаған хеҙмәттәре халҡыбыҙҙың күңел донъяһы өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Уларҙы киң ҡатлам уҡыусыларҙың ысын мәғәнәһендә асыштар йыйылмаһы тип ҡабул итеүҙәренә ныҡлы ышанам.

Миҙхәт Ғәйнуллин, профессор, яҙыусы

Башҡортостанда ғына түгел, бәлки бөтөн төрки донъяһында танылыу тапҡан киң профилле күренекле әҙәбиәтсе ғалим һәм тәнҡитсе Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың халҡыбыҙҙың күп быуаттар дауамында барған гуманитар фекеренең тәрәҡҡи үҫешен төрлө яҡлап ентекле яҡтыртҡан монографиялары, дәреслектәре һәм башҡа төр хеҙмәттәре уның ғилми батырлығы хаҡында һөйләй. Күңелендә китап, ҡулында ҡәләм булған заттар донъяһының бындай ижади шәхесте ихлас ихтирам итмәүе мөмкин түгел.

Роза Буканова, тарих фәндәре докторы, профессор

Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин йөҙөндә мин туған башҡорт халҡының ғына түгел, башҡа халыҡтарҙың да күңел донъяһын байытырлыҡ, уларға фекер һәм зауыҡ нурҙары һиберлек шөһрәтле фән әһелен күрәм. БДУ-ла бергә эшләү һәм аралашыу ваҡытында уның ни тиклем киң эрудициялы олпат ғалим, йәшәү кредоһы гуманлылыҡҡа нигеҙләнгән яҡты күңелле шәхес, ғәҙел һәм талапсан педагог булыуы минең күҙ алдыма бөтә тулылығында килеп баҫты... Бөгөн донъяла ижтимағи тормоштоң бөтә өлкәләрендә барған глобалләштереү һәм унификациялау процесына бәйле быуаттар төпкөлөнән килгән милли традициялар онотола барғанда, талантлы ғалим-педагогтың туған халҡының рухи мираҫын өйрәнеү, халыҡта уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү йүнәлешендәге фиҙакәр эшмәкәрлеге айырыуса мөһим. Уның әллә күпме хеҙмәттәре милли тарихи аңды, мәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә ныҡ булышлыҡ итә. Профессор Ғ.С. Ҡунафиндың күп яҡлы ижади эшмәкәрлеге бик күптәргә үрнәк, өлгө.

Октябрь Вәлитов, философия фәндәре докторы, профессор

Һуғыштан һуңғы ауыр 1946 йылдың тәүге ҡарлы айында ғафури ере республикабыҙға һәм илебеҙгә тағы ла бер талантлы кешене – оло ғалим, әҙәбиәт белгесе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафинды бүләк итте. Мәғариф министрлығы системаһында, Башҡорт дәүләт университетында бергә эшләгән ваҡыттарҙа мин уның бөтмәҫ-төкәнмәҫ ижади энергияһына һоҡланып бөтә алмай инем. Ғалим-педагог университетта башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын, филология кафедраларын булдырыу һәм эшләтеп ебәреү өсөн бик күп көс һалды, текстология, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте тарихы һәм теорияһы өлкәләрендә ҙур белгес булараҡ ул был материалды вузда өйрәнеүҙе яңы, юғары сифатлы кимәлгә еткерә алды. Ғиниәт Сафиулла улы беҙҙең республикала гуманитар фәндәрҙе ойоштороу һәм үҫтереү буйынса ҙур эш алып барҙы һәм бара, тиҫтәләгән фәнни кадрҙар әҙерләне. Улар үҙ остаздарының идеяларын һәм концепцияларын уңышлы үҫтереп киләләр. Бындай ғалимдар хаҡында, ғәҙәттә, ул үҙ фәнни мәктәбен булдырҙы тиҙәр. Шуға күрә, профессор Ғ.С. Ҡунафиндың бихисап хеҙмәттәре һәм уның шәкерттәренең эштәре республикала ғына түгел, унан ситтәге даирәләрҙә лә билдәле булыуы осраҡлы хәл түгел.

Илгиз Ҡаҙырғолов, физика-математика фәндәре докторы, профессор

Юғары уҡыу йорто педагогының үҙ йөҙө бер нисә факторҙан тора. Бында лекторлыҡ оҫталығы ла, студенттар менән мөғәмәлә итә белеү таланты ла, кешегә хас һөйкөмлөлөк тә, тышҡы ҡиәфәт тә инә. Әммә иң мөһиме – уҡытыусының ғилми потенциалы. Ысын педагог булыр өсөн ысын ғалим булыу кәрәк. Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафин тап шундай ғалим-педагог, унда бай фәнни потенциал да, педагогик оҫталыҡтың оригиналь тупланмаһы ла бар... Уның хеҙмәттәре яңылыҡтары һәм дәлиллектәре, художестволы күренештәрҙең эстетик үҙенсәлектәренә ҡарата үтә ныҡ һиҙгер булыуҙары, баһаламаларының объективлығы менән айырылып тора.

Тимерғәле Килмөхәмәтов, профессор, яҙыусы

Студенттар төркөмөнөң һәр береһендә, хатта ныҡ “алға” киткәнендә лә, үҙенең академик күрһәткестәре һәм тормоштағы әүҙемлеге буйынса бер бәләкәй “ҡеүәтле төркөм” айырылып тора. Әммә хатта ошондай төркөмдә лә Ғиниәт Ҡунафин үҙенең яҡшы уҡыуға һәләтлелеге, туған коллективының дәртләндереп тороусы үҙәге булыуы һәм төптән уйланылған, ныҡлы йүнәлеш алған юғары маҡсатҡа табан хәрәкәте менән айырылып торҙо. Ә был маҡсат – күп тә түгел, аҙ ҙа түгел – Фән Ғәли Йәнәптәре... Ғиниәт Сафиулла улының фәнни хеҙмәттәре төрки һәм ғәрәп-фарсы, урыҫ һәм көнбайыш Европа шиғриәттәренең иң гүзәл өлгөләренә, шулай уҡ фольклор традицияларына таянып яҙылған, ә улар ерлегендә сәнғәттең бөтә төрҙәре лә яралған.

Борис Әхмәтшин, профессор

Профессор Ғ.С. Ҡунафин Рәсәйҙең һәм элекке Советтар Союзының төрки телле республикаларында революцияға тиклемге башҡорт әҙәбиәтенең ҙур белгесе булараҡ күптән билдәле. Мәҫәлән, революцияға тиклемге сыуаш әҙәбиәтенең төрлө аспекттарын тикшереүсе сыуаш әҙәбиәте белгестәре үҙҙәренең хеҙмәттәрендә уның Мәскәүҙә, Өфөлә урыҫ телендә сыҡҡан монографияларына йыш ҡына һылтандылар һәм һылтаналар.

Виталий Сергеев, профессор, Сыуаш дәүләт университетының Сыуаш филологияһы һәм мәҙәниәте институты директоры

Күренекле башҡорт әҙәбиәтсеһе Ғ.С. Ҡунафиндың туған халҡының мәҙәниәте, әҙәби мираҫы хаҡындағы хеҙмәттәре төрки донъяһында киң билдәле. Был уларҙың фәнни әһәмиәте менән генә түгел, ә уларҙа төрки халыҡтарының рухи тормошондағы күп кенә дөйөм проблемаларҙы яҡтыртыуы менән бәйле. Ғалимдың Башҡортостанда XIX – XX б. башы башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенә ҡағылышлы тикшеренеүҙәре Ҡаҙағстан ғалим-филологтарын бигерәк тә ҡыҙыҡһындыра. Мин үҙем шәхсән ижадымда йыш ҡына уның “Аҡмулланың шиғри йәйғоро – Поэтическая радуга Акмуллы”, “Культура Башкортостана и башкирская литература XIX- начала XX века” һ.б. хеҙмәттәрен ҡулланам.

Күлбәк Ергөбәк, профессор, Ҡаҙағстан Республикаһының Төркиәт фәнни-тикшеренеү институты директоры (Төркостан ҡ.)

Профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, уның Президиумы ағзаһы Ғ.С. Ҡунафин БДБ-ла һәм унан ситтәге мәмләкәттәрҙә лә билдәле ғалим, төрки филологтар араһында аҡһаҡал булып тора. Уның бихисап хеҙмәттәре бик күп үзбәк ғалим-әҙәбиәтселәренә яҡшы таныш. Улар башҡорт ғалимының хеҙмәттәрен бик юғары баһалай, сөнки был хеҙмәттәр уларҙың фәнни эҙләнеүҙәрендә ысынлап та методологик ориентир булып торалар. Уның “Башкирская поэзия XIX- начала XX века”, “Поэтическое эхо прошлого”, “Духовное сияние времен”, “XIX – XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре”, “XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең идея-художество үҙенсәлектәре” кеүек фундаменталь монографиялары минең өҫтәл китаптарыма әүерелде, милли әҙәбиәттәрҙең күп быуаттар буйына йыйылған байлығын системалы, комплекслы өйрәнеүҙең эталоны улар.

Эркин Мусурманов, филология фәндәре докторы, Сәмәрҡәнд университеты профессоры (Үзбәкстан)

Ғ.С. Ҡунафиндың хеҙмәттәре материалдарҙы ғәйәт киң иңләүе, дәүерҙең әҙәби күренештәрен йәнле итеп һөйләп биреүе менән ҡыҙыҡлы.

Рәшит Шәкүр, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры

Ғиниәт Сафиулла улы – ҙур фекер эйәһе, эшһөйәр, яҡты һәм яҡшы кеше. Уның үҙенә лә, хеҙмәттәренә лә һоҡланмау, оло ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарамау мөмкин түгел.

Риф Әхмәҙиев, профессор, шағир

Рухи мираҫыбыҙҙы барлап өйрәнеү иҫ киткес ныҡышмалылыҡты, пунктуаллекте, киң мәғлүмәткә эйә булыуҙы, ғәрәп яҙмаһын ғына түгел, ә иҫке төрки, ғәрәп, фарсы телдәрен белеүҙе лә талап итә... Ғиниәт Сафиулла улының ана шундай ғәжәп төрлө яҡлы эҙләнеүҙәре, етди уйланыуҙары, йоҡоһоҙ үткәргән төндәре, тырышлыҡтары һөҙөмтәһендә тыуған тиҫтәләгән фундаменталь хеҙмәттәре ғилми йәмәғәтселек тарафынан да, киң ҡатлам уҡыусылар яғынан да хуплап ҡаршы алынды. Фәнгә мөкиббән бирелгән ғалим заманында университетта, коллегаларына таянып, яңы факультет ойошторҙо...Милләт үҙе алдында торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе тап бына ошондай уҙамандары аша хәл итәлер ҙә.

Фәнил Күзбәков, профессор, шағир

Профессор Ғ.С. Ҡунафин – күп ижад кешеләренә, интеллигенция вәкилдәренә өлгө, Башҡортостан һәм башҡорт халҡы тарихы һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусыларға ҙур ярҙамсы булырҙай хеҙмәттәр яҙған, һүҙенән эше айырылмаған киң ҡарашлы ысын илһөйәр шәхес. Быға мин уның тыуған ауылы һәм мәктәбе хаҡындағы ике фәнни-популяр китабы менән танышҡандан йәнә бер инандым. Уларҙы рәхмәтле тойғо менән уҡымау мөмкин түгел. Арабыҙҙа ундай илһөйәрҙәр, патриоттар күберәк булһа, рухыбыҙ һүнмәҫ, халҡыбыҙ һәм илебеҙ киләсәккә тағы ла ҙурыраҡ пландар ҡороп йәшәр.

Рафаэль Аҙнағолов, профессор, шағир

Уның буласаҡ ғалимға, етәксегә, остазға кәрәкле сифаттары студент йылдарында уҡ беҙҙең күҙ алдында формалашты. Хәтерләйем, имтихандарҙы тик “5” билдәһенә генә тапшырыр ине, факультеттың һәм университеттың ижтимағи тормошоноң уртаһында ҡайнап, барлыҡ эштәрҙе лә тәбиғәттән бирелгән яуаплылыҡ һәм талапсанлыҡ менән башҡарҙы. Университетта бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә, студенттар ҙа яҡшы белә: профессор Ғ.С. Ҡунафин – үҙенә лә, студенттарға ла талапсан, принципиаль, ысын мәғәнәһендә үҙ эшенең оҫтаһы булған талантлы ғалим-педагог. Туған телебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙ яҙмышына ҡағылышлы күп кенә мәсьәләләрҙең уртаһында ҡайнап йәшәй ул.

Мирас Иҙелбаев, профессор, яҙыусы

Халҡыбыҙ әлмисаҡтан таланттарға, илем, халҡым тип йән атып йөрөгән шәхестәргә бай. Был сафҡа баҫыуҙың ни тиклем ауыр һәм бик һирәктәр өлөшөнә төшкән көмөш икәнлеген һәр кем белә. Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин – бына ошо юғарылыҡҡа күтәрелә алған, бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеменең йөҙөн билдәләр шәхестәрҙең береһе. Саф күңелле, эскерһеҙ, ярҙамсыл, кеше хәтерен һаҡлар, көндәлек тормошта ла, ғилем донъяһында ла, етәкселек эшендә лә әҙәп-әхлаҡ нормаларынан ситләшмәгән зат. Ғәҙеллек, принципиаллек, эшкә яуаплы ҡараш, иғтибарлылыҡ, итәғәтлелек – уға иң хас сифаттарҙыр, моғайын. Үҙ мәнфәғәттәренән бигерәк дөйөм эш, республикам, халҡым алға барһын, уның рухи донъяһы байыһын тип янып-көйөп йөрөүселәр рәтенән ул.

Миңлеғәле Нәҙерғолов, профессор

Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың башҡорт әҙәбиәт ғилемен өр-яңы фекер-ҡараштар менән байытҡан фундаменталь хеҙмәттәре үҙҙәренең композицион төҙөклөгө, күҙәтеүҙәрҙең системалылығы, фекер аныҡлығы менән айырылып тора. Киләсәктә был хеҙмәттәрҙең әллә күпме ғилми эҙләнеүҙәр өсөн нигеҙ булып торасағына, башҡорт халҡының рухи мираҫы менән ҡыҙыҡһынған киң ҡатлам уҡыусылар өсөн моһим фәнни сығанаҡ буласағына шик юҡ.

Гөлфирә Гәрәева, профессор

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә республикабыҙҙан ситтә лә киң танылыу алған арҙаҡлы ғалим-педагог, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, меңләгән кисәге һәм бөгөнгө шәкерттең, шул иҫәптән минең дә, уҡытысы-остазым Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафин беҙҙең башҡорт әҙәбиәт ғилемендә башлап әҙәбиәткә бер бөтөн идея-эстетик система булараҡ ҡарап, уны жанр йәһәтенән тарихи үҫеш-үҙгәреш процесында системалы күренеш булараҡ өйрәнеү принциптарын нигеҙләне, тарихи поэтиканың методологик аспекттарын асыҡланы.

Нәркәс Хөббитдинова, филология фәндәре докторы

Хеҙмәттәре

Ғиниәтулла Сафиулла улы - 700-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 56 китап авторы.

Поэтическая радуга Акмуллы
Уфа, 2006. — 238 с. (на башк. и рус. яз-х).

В книге освещается жизненный путь, идейно-тематическое содержание, жанрово-стилевые особенности поэзии великого башкирского поэта-просветителя второй половины XIX века Мифтахетдина Акмуллы. В приложении даются избранные стихи.

Читать

Культура Башкортостана XIX - начала XX века
Уфа : Башк. энцикл., 2018. – 304 с.

В работе подробно и системно исследуются характерные особенности, динамика историко-культурного процесса в Башкортостане XIX – начала ХХ века, освещаются виды, направления, жанры, стили светской культуры, значительное внимание уделяется изучению вопросов культурно-социальной интеграции, религиозной культуры народов региона, а также мировоззрения и идейно-художественного содержания творчества видных представителей науки, искусства, литературы и религии этой эпохи.

Читать

Особенности развития башкирской литературы XIX- начала ХХ веков
Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2014.

Китапта XIX — XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш картинаһы күҙ алдына баҫтырыла. Уның социаль-тарихи нигеҙҙәрен, идея-эстетик сығанаҡтарын, ижад ителеү һәм йәшәү формаларын, төп үҫеш тенденцияларын, әҙәби бәйләнештәрен, художество методтарын һәм йүнәлештәрен, идея-йөкмәткеһен һәм жанр-стиль үҙенсәлектәрен асыҡлауға, күренекле әҙиптәрҙең ижади биографияһын яҡтыртыуға ҙур иғтибар бүленә. Китап ғилми хеҙмәткәрҙәргә, аспиранттарға, докторанттарға, юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттарына, шулай уҡ ссуз һәм мәктәп уҡытыусыларына, башҡорт мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең тарихи үткәне менән ҡыҙыҡһыныусыларға тәғәйенләнә.

Читать

Всемирный курултай башкир

Правительство Республики Башкортостан

Башкирский Государственный Университет

Международная тюркская академия

Академия Наук Республики Башкортостан

Союз писателей Республики Башкортостан

Фонд Табын

Газета Табын

Вверх